Йөрәк ауыртҡанда тәүге ярҙамды ябай кеше лә күрһәтә белергә тейеш. Өйәнәктең беренсе билдәләре: күкрәктә көслө баҫымлы, яндырыусы, ҡыҫымлы ауыртыу барлыҡҡа килә һәм һул ҡулбашҡа, беләккә, муйынға, аҫҡы яңаҡҡа, эстең өҫкө өлөшөнә бирә, 5 минут самаһы дауам итә. Йышыраҡ ауыр эш башҡарғанда, йылы бүлмәнән һыуыҡҡа сыҡҡанда барлыҡҡа килә. Әгәр ауыртыу 5 минуттан артығыраҡ булып, һалҡын тир бәреп сыға икән, миокард инфаркты күҙәтелә.
Ошондай симптомдар булғанда, таянсығы булған креслоға ултырырға йәки баш яғы күтәренке түшәккә ятырға, тынысланырға, яғаны бушатырға, ҡайыш йәки билбау булһа, уларҙы сисергә, 0,25 г аспиринды сәйнәп йоторға, 0,5 мг нитроглицеринды тел аҫтына һалырға кәрәк. Күкрәкте йөн шарф, бейәләй йәки ус менән ҡыҙарғансы ышҡыу зарур, был йөрәккә ҡан ағымын көсәйтәсәк. Тәрән итеп тын алып, 1-2 минут дауамында көслө итеп йүткерегеҙ, йүтәл йөрәккә баҫымды көсәйтеп, ул яҡшыраҡ эшләй башлаясаҡ. Әгәр ауыртыу үтмәһә, 5 минуттан һуң икенсе нитроглицерин ҡабул итеп, тиҙ ярҙам саҡыртығыҙ.
Нимә эшләргә ярамай? Йөрәккә һалҡын әйбер һалырға — тамырҙар тарайып, инфаркт киңәйәсәк. Йөрөргә, торорға, тәмәке тартырға, ашарға ярамай. Аспиринға аллергия, ашҡаҙанығыҙ ауырта икән, уны ҡулланыу тыйыла. Әгәр ҡан баҫымығыҙ түбән булһа йәки башығыҙ әйләнһә, телмәрегеҙ насарайып, хәрәкәттәрегеҙ буталһа, нитроглицерин ярамай.
үҙәк район дауаханаһының участка терапевы.