Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Апреля 2020, 09:33
Үҙебеҙҙекеләрҙе беләйек
112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы
2019 йылда данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулды. Ошо айҡанлы республика буйынса бик күп тантаналы саралар, осрашыуҙар ойошторолдо.
Был дивизия Өфөлә 1941 йылдың декабрендә төҙөлә. Уның өсөн республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, махсус кейем, мал аҙығы һәм башҡалар йыйыла. Ә дивизияның шәхси составы Башҡорт АССР-ының ауыл райондарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә. Уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3–сө рустар һәм башҡалар була.
Беҙҙең райондан да мәшһүр дивизияла Ватанын һаҡлап хеҙмәт иткән яугирҙар байтаҡ булған. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән фотоһүрәт Өфө ҡалаһында 1982 йылда 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы ветерандарының осрашыуында төшөрөлгән. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошо рәсемдәге ветерандарҙың яҙмышы, яу һәм хеҙмәт юлы тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт беләһегеҙ икән, беҙҙең менән уртаҡлашыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Мөнирә Лоҡманова,
район ветерандар Советы рәйесе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"