Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә бағышлана, уның сиктәрендә тематик, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, кәңәшмәләр һәм башҡа саралар ойошторола. Ошо айҡанлы үткән аҙнала Оҙондар мәктәбендә китапханасылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына бағышланған кәңәшмәгә йыйылды.
Осрашыуҙың тәүге өлөшөндә Оҙондар мәктәбенең китапханасыһы Гөлсөм Дәүләтова Рәми Ғарипов ижадына арналған асыҡ сара күрһәтте. Уҡыусылар уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергә әҙиптең әҫәрҙәрен тасуир һөйләп ишеттерҙе, йырҙар башҡарҙы, бейеү номерҙарын, флешмоб тәҡдим итте.
Артабан Ырныҡшы мәктәбенән Любовь Морозова белем усаҡтарында балалар китабы аҙналығын ойоштороу ысулдары менән таныштырҙы. Максим Горькийҙан Светлана Чернова һанлы белем биреү мөхитендә “Мәктәп китапханаһында экстремистик әҙәбиәт исемлеге буйынса документация йыйыу” тураһында һөйләп үтте.
Саҡырылған һәр кем сараға анализ яһауҙа әүҙем ҡатнашты. Улар үҙ ҡараштары, фекерҙәре менән уртаҡлашты, кәңәштәрен еткерҙе. Берҙәм эшләнгән эш һөҙөмтәле буласаҡ.