Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Март 2020, 15:46

Каникулдар оҙайтыла

Башҡортостанда коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индерелде.

Уҡытыусыларҙың каникулы оҙайтылды, күп кеше ҡатнашҡан саралар күсерелде — Башҡортостанда коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индерелде.
— Районда коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 18 марттан юғары әҙерлек режимы индерелде. Мәктәп каникулдары 23 марттан 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Балалар баҡсалары ябылмай, уларҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә, ата-әсәләргә бинаға инергә ярамай. Уҡыусылар ял иткән ваҡытта йоғошло сирҙе иҫкәртеү маҡсатынан, уҡытыусылар электрон һәм дистанцион белем биреүгә әҙерләнә, техник мөмкинлектәр булдырыла.
Вирус таралған осраҡта, ситтән тороп эшмәкәрлек итәсәкбеҙ. Был ысул менән ниндәйҙер сәбәп арҡаһында белемен камиллаштыра алмағандар һәм үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып булмаған башланғыс кластар өсөн айырым дежур төркөмдәр төҙөләсәк. Әгәр ҙә хәл ыңғай боролош алһа, белем усаҡтары үҙ эшен элекке кеүек дауам итәсәк,— тип һуңғы ваҡиғаларға аныҡлыҡ индерҙе район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: