Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Март 2020, 14:16

Яугир яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә

китапханасылар бергә йыйылды

Ай башында Зәйет мәктәбе нигеҙендә китапханасыларҙың Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған кәңәшмәһе үтте. Сарала китапханасылар, уҡытыусылар һәм район мәғариф бүлеге методисы Лена Садиҡова ҡатнашты.
Зәйет мәктәбенән Зөлфирә Биктимерова саҡырылған ҡунаҡтарға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Заһитов иҫтәлегенә бағышланған хәтер кисәһен ойошторҙо.
Барый Ғайса улы – лейтенант, Проскуров Ҡыҙыл Байраҡлы етмешенсе автоматсылар ротаһының взод командиры булған. Ул Берлинға тиклем барып еткән. Хәрби юлы I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы, I Украина фронты ғәскәре командующиеның, Советтар Союзы маршалы И.Коневтың Почет грамотаһы, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры исеменә лайыҡ булған.
Атаһының даны, хәрби наградалары тураһында ветерандың улы Наил Сәғитов һөйләп үтте. Шулай уҡ Дамира Мостафина ла бабаһының һуғыштан һуңғы фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында бәйән итте, уның фотоһүрәттәрен күрһәтте.
Артабан һүҙ мәктәп уҡыусыларына бирелде. Улар хәрби темаға шиғырҙар һөйләне, йыр-бейеүҙәр башҡарҙы, музыка ҡоралдарында халыҡ көйҙәрен уйнаны. “Әхирәттәр” фольклор коллективының сағыу сығыштары күңелдәрҙе күтәрҙе.
Мәктәп директоры Зәғәфүрән Ғафаров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ошондай мәртәбәле сараларҙың белем усағында даими уҙғарылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Икенсе өлөштә Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе китапханасыһы В.М.Ғәрифуллина һәм 2-се Архангел мәктәбенән И.В.Штапенко Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙы үткәреү планы, яңы уҡыу йылына ниндәй белем әсбаптәренә заказ биреүҙәре менән уртаҡлашты.
Лена Садиҡова,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: