Инйәр
+7 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2020, 09:35
Сәмле шашка турниры
Юрий Николаевич Гончарук иҫтәлегенә шашка турниры
Добавить в предпочтительные источники Google
Благовещенка мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары араһында Юрий Николаевич Гончарук иҫтәлегенә шашка турниры уҙғарылды. Бәйгене башланғыс класс уҡытыусыһы Фәриҙә Гойда ойошторҙо. Сара тантаналы линейка менән асылды. Мәктәп директоры Әлтәф Хисмәтуллин Ю.Гончарук тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уның мәктәп директоры, ябай кеше лә булараҡ та яҡшы сифаттары, тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында һөйләп үтте. Артабан ауылдашыбыҙҙың тормош иптәше Антонина Гончарук ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәр һәм башҡа иҫтәлектәр менән таныштырҙы. Ю.Н.Гончаруктың ҡаҙаныштары менән залдағы ике өҫтәл тулды. Уны белгән кешеләрҙең хәтирәләре буйынса Ю.Гончарук киң аһәңле, әүҙем шәхес булған, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән, бигерәк тә шашка, шахмат, теннис уйнаған, саңғыла йөрөргә яратҡан, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән шашка турниры ла башланды. Баш судья А. Кочнев шыбаға тотоуҙы һәм балдарҙы һанауҙы компьютер аша үткәрҙе. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар араһында 1-се урын Ямансарова Розалинаға (3-сө класс), 2-се — Баһауетдинова Сабинаға (3-сө), 3-сө урын Бутвилович Марияға (4-се) бирелде. Ә малайҙарҙан 1-селеккә Хәйруллин Ғүмәр (3-сө класс) сыҡһа, 2-се урынды Сәлихов Рәмис (2-се), 3-сөнө Байгилдин Ғәлимйән (2-се) яуланы.
Ойоштороусылар киләһе йыл ҡатнашыусылар һанының тағы ла артыуын көтә.
Гөлфинә Блинова,
Благовещенка ауылы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"