Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Март 2020, 08:05

Ташҡын иртәрәк килә

149 йорт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал
Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башланды. Синоптиктар белдереүенсә, март аҙағында һыу ҡалҡыуы көтөлә. Ҙур һыуға ҡаршы көрәшкә республика ете миллион һум аҡса бүлгән.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималы булған урындарҙы шартлатыу өсөн ете команда әҙерләнгән. Бындай участкалар һаны республикала 31 иҫәпләнә: Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында.
Әлегә 257 тораҡ пункты һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал, уларҙа 80 мең кеше йәшәй. Шулай биш иҡтисад объектының һәм социаль әһәмиәткә эйә бер объекттың ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әле был исемлеккә ингән тораҡ пункттарында һәм объекттарҙа әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡотҡарыусылар төркөмө төҙөлгән, унда 12 мең хеҙмәткәр инә, шулай уҡ 3,1 мең берәмек техника һәм 124 йөҙөү ҡорамалы әҙерләнгән.
Райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгесе А.И.Антипин хәбәр итеүенсә, районда бөтәһе 149 йорт, шул иҫәптән Аҙауҙа – дүрт, Ҡарағайҙа – ике, Ғәйфуллала – өс, Тәүәкәстә – ун, Абҙанда – 73, Ҡыҙылъярҙа – 51, Карташевкала алты йорт һыу аҫтьнда ҡалыуы ихтимал. Унда бөтәһе 338 кеше теркәлгән. Хәүеф килеп сыҡҡан осраҡта, халыҡты эвакуациялау маҡсатында Абҙан ауылы мәктәбендә – 250, Аҙау мәктәбендә – 150 һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында 80 кешегә иҫәпләнгән урын әҙерләнгән. Шулай ҙа яҙғы ташҡынды иҫкәртеү һәм бөтөрөү йәһәтенән районда 88 кешенән торған төркөм йыйылған һәм 29 берәмек техника сафта тора.
Читайте нас: