Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Март 2020, 09:12

Студент ҡыҙ матур хыялдар менән йәшәй

Студент йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәрҙең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе Өфө дәүләт нефть-техник университетының 4-се курс студенты Әлиә Хәсәнова тап шундайҙарҙың береһе.
Әлиә бай тәбиғәтле, йәмле Уҫаҡлы ауылында тыуып-үҫә, Тирәкле мәктәбендә уҡый. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ мәктәп йылдарынан уҡ тик “4”-кә һәм “б5”-кә генә уҡый. Мәктәп һәм район кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс-олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай. Бынан тыш, тырыш ҡыҙ спортта ла һынатмай, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.
Химия предметын оҡшатҡан Әлиә Өфө дәүләт-техник университетының органик матдәләрҙең химик технологияһы факультетын һайлай. Бында ла тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бынан тыш 2-се курста “Химик анализы лаборанты” белгесе буйынса өҫтәмә белем ала. Бар яҡтан уңған ҡыҙ төрлө мәҙәни һәм спорт сараларынан да ситтә ҡалмай. Бер рәттән ирекмәндәр эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә Әлиә Булат ҡыҙы уҡыуын тамамлап, белемен магистратурала камиллаштырырға ниәтләй.
Алдына матур маҡсаттар ҡуйып, йәшлегенең ҡәҙерен белеп, йәшнәп, дәртләнеп, илһамланып йәшәгән ҡыҙҙың бар теләктәре тормошҡа ашырына ышанабыҙ. Әлиә кеүек өлгөлө йәштәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө буласаҡ.
Читайте нас: