Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Март 2020, 14:05

Борис Мелкоедов яңы урында эш башланы

Кисә республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов икенсе урынға эшкә күсеү сәбәпле вазифаһын ҡалдырғайны. Бөгөн уның ҡайҙа яңы эш башлауы билдәле булды.
Бынан ары Борис Николаевич Йылайыр районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарасаҡ. Был туралағы ҡарарҙы район советы депутаттары ҡабул иткән. Йылайыр районында ошоғаса хакимиәт башлығы булып эшләгән Илгиз Фәтҡуллин отставкаға китте.
Борис Мелкоедов 1971 йылдың 8 декабрендә Йылайыр районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда “УНПЗ” асыҡ акционерҙар йәмғитендә оператор булып башлаған. 1995 – 1997 йылдарҙа Йылайыр районында йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе булған. 1997 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының Тәжрибә заводы лабораторияһы начальнигы булып эшләй. 1997 – 2004 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығында баш белгес. 2004 – 2008 йылдарҙа республиканың Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы була. 2008 – 2010 йылдарҙа – Рәсәй Төбәк үҫештәре министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе. 2010 – 2012 йылдарҙа Элемтә һәм киң коммуникациялар министры вазифаһын башҡара.
2012 йылдың 29 октябренән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе булып эшләй. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Читайте нас: