Инйәр
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
17 Марта 2020, 11:03
Башҡорт теле йылы
Дәүләкән районында Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте. Байрам уңайынан район мәҙәниәт йортонда ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда һәр ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Байрамға мәктәп уҡыусылары ла килгәйне. Уларҙың был сарала ҡатнашыуы – үҙе бер йәм. Нимә генә тимә, телебеҙҙең киләсәге – улар йөҙөндә.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Ғайсин үҙ сығышында республика Башлығы хуплаған Башҡорт теле йылында телебеҙгә мөнәсәбәт һәр беребеҙ тарафынан артырға тейешлеген билдәләне. Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов телмәрендә төбәктә телде өйрәнеү өсөн шарттар булдырылыуы тураһында әйтте.
Өфөнән килгән хөрмәтле ҡунаҡ, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева телебеҙҙең бөйөклөгө, матурлығы тураһында шул тиклем ябай һәм аңлайышлы итеп һөйләне, уның һәр һүҙе күңелгә үтеп инде. Ул шулай уҡ районда ағинәйҙәр хәрәкәтен йәнләндереп ебәреү ниәтен белдерҙе.
Балаларҙың сығышы һәр ваҡыттағыса байрамды нурға сорананы. Айһылыу Заһиҙуллина (етәксеһе – Гөлсинә Муллағолова), V класс малайҙары башҡарыуында дәртле, моңло йырҙар, 5-се гимназиянан Гөлүзә Әхмәҙиеваның “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан өҙөк һөйләүе, Гүзәл Килмөхәмәтова етәкселегендә “Етегән” ансамбленең бейеүе Башҡорт теле йылын асыу тантанаһының биҙәге булды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"