Инйәр
+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
13 Марта 2020, 07:36
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәштек
эшлекле осрашыу үтте
Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекама ҡалаһында республика башҡарма власть ағзалары етәкселәренең, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшмәкәрлегендә БР Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
— Беҙ бында осор һөҙөмтәләрен тикшереп, яңы фекерҙәр менән уртаҡлашып, алда торған мәсьәләләрҙе билдәләү маҡсатынан йыйылдыҡ. Уҙған йыл һөҙөмтәһе — беҙҙең дөйөм уңыш. Сәнәғәт етештереү индексы 104,2 процентҡа күтәрелде. Был Рәсәй буйынса яҡшы күрһәткес. Үҫешебеҙҙе билдәләгән төп капиталға инвестициялау 14 процентҡа менде. Ниһәйәт, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү серҙәренә төшөндөк. Артабан да ошо йүнәлештә эшләһәк, 2020 йылда ла алдынғылар рәтендә булырбыҙ,- тине Р.Хәбиров.
Сарала ҡатнашыусылар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләүҙе ойоштороу, Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү, Эстетика йылы сиктәрендә йәшәү пункттарын төҙөкләндереү кеүек һорауҙарҙы ҡараны.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"