Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 12:31

Сәләмәт тештәр — һаулыҡ нигеҙе

белем усаҡтарында стоматология бүлмәһе эшләй

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты тәү сиратта балаларҙың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки илдең киләсәге сәләмәт быуынға бәйле.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған “Үргә ос!” мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала “Сәләмәт йылмайыу” модулен индереү буйынса эш киң йәйелде. Уға ярашлы, уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу булған республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары булдырыла. Дөйөм алғанда, республикала бөтәһе 61 мәктәптә теш дауалау бүлмәһе эшләйәсәк.
Күптән түгел районыбыҙҙа ҡыуаныслы сара үтте. 2-се Архангел мәктәбе нигеҙендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология кабинеты асылды. Унда район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Людмила Хәтмуллина, балалар стоматологияһы бүлексәһе табибы Лира Меркулова, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм башҡалар ҡатнашты. Илшат Нәжмитдин улы барыһын до ошондай күңелле ваҡиға менән тәбрик итеп:
— Тештәре теүәл булған кеше үҙен һәр ерҙә ышаныслы тоя. Ап-аҡ, ынйы мәрйенгә тиңләнгән тештәр матурлыҡ билдәһе генә түгел, ә сәләмәтлек күрһәткесе лә. Бөгөндән алып һеҙ уңайлы шарттарҙа үҙ һаулығығыҙҙы нығыта алаһығыҙ,- тип балаларға мөрәжәғәт итте.
Тантаналы рәүештә ал таҫмаларҙы киҫкәндән һуң, Лира Рафаэль ҡыҙы яңы медицина ҡорамалдары, уларҙың тәғәйенләнеше менән таныштырҙы. Теш дауалау бүлмәһенең медицина ярҙамы тураһында ентекле һөйләп үтте, артабан тәүге пациентҡа тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Балаларға хәҙер дәрес ҡалдырып үҙәк дауаханаға барырға кәрәкмәй, сөнки улар бөгөндән яҡшы ҡорамалдар ярҙамында, белем алыу менән йәнәшә ауырыуҙы иртә осорҙа иҫкәртеп, тештәрен дауалай аласаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: