Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 13:10

Кескәй һылыуҡайҙар

төрлө саралар ойошторолдо

Яҙҙың тәүге байрамы 8 март йыл һайын сағыуыраҡ, үҙенсәлеклерәк билдәләнеп, күркәм төҫ ала. Абҙан мәктәбендә лә был көн уңайынан төрлө саралар ойошторолдо. 5-се класс уҡыусылары Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арнап тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” бәйгеһен үткәрҙе. Класс етәксеһе Наза Йосопова был тамашаға педагогик хеҙмәт ветерандары Нәсиә Йосопова, Ләлә Фәйзуллинаны, әсәй-өләсәйҙәрҙе саҡырҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күркәм осрашыуға күңел биреп әҙерләнде: бүлмә биҙәлде, концерт программаһы һайланды.
Йәш “Һылыуҡайҙар” төрлө өлкәләге белемдәрен асып, үҙҙәренең аһаңдәрен күрһәтте. “Ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларының исем шәрифтәрен әйт”, “Башҡорт халыҡ милли аштары”, “Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау йолаһы” кеүек ярыштар бик сәмле үтте, модаға ҡағылышлы һорауҙарға тапҡыр яуап биреүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Ә үҙ ғаиләләре тураһындағы телдән һүрәтләмә төҙөү уларҙың ижади һәләттәрен асты.
Һөҙөмтәлә, Наҙгөл Фидосеева, Даяна Ҡунаҡбаева, Айгизә Мусина, Айгизә Йәрмөхәмәтова, Фаягөл Моратова “Иң әүҙем”, “Иң һәләтле", “Иң үҙенсәлекле”, “Иң оҫта” номинацияларында еңеүсе тип танылды. Ә гран-приға Эвелина Ғиззәтуллина лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла мәктәп администрацияһынан Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Алмаз Абдуллин барлыҡ малайҙар исеменән класташ ҡыҙҙарға һәм килгән гүзәл заттарға матур йыр тәҡдим итте. Тамаша йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар менән үрелеп барҙы.
Өләсәй-әсәйҙәр ҙә ҙа буш ҡул менән килмәне. Ата-әсәләр комитеты рәйесе Илзидә Мусина һәм Нәсиә Йосопова ҡыҙҙарға бүләктәр таратты. Ололар балаларға ғаилә ҡиммәттәре, тәртип, йәмғиәттә үҙеңде тотоу, илһөйәрлек тураһында тормоштан ысын миҫалдар килтереп һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Байрам матур сәй табыны менән тамамланды.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: