Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 12:55

Баҫыу эштәре яҡынлаша

яҙғы сәсеү кампанияһы ниндәй шарттарҙа үтәсәк

Районда яҙғы сәсеүгә әҙерлек, ауыл хужалығы техникаларына техник күҙәтеү яһау һәм малсылыҡҡа ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса кәңәшмә үтте. Эшлекле сарала район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, мәғлүмәт-консультация үҙәге, “Россельхозбанк”, “Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы, “Үҙәк” МТС-ының, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы, район ветеринария станцияһы вәкилдәре һәм КФХ-лар етәкселәре, аграрийҙар ҡатнашты.
Сараны Илшат Нәжмитдин улы асыҡ тип иғлан иткәс, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азамат Нарбутин яҙғы баҫыу эштәренең планы менән таныштырҙы. “Россельхозбанк” директоры Наталья Шеина ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн тәҡдим ителгән кредит продукттары тураһында һөйләп, һорауҙарға яуап бирҙе. “Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Вил Хафизов ауыл хужалығы лизингы хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе.
“Үҙәк” МТС-ының агрономы Азамат Әхмәҙиев хужалыҡтың яҙғы кампанияға әҙерлек кимәленә, көнүҙәк һорауҙарға туҡталып үтте. Район буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Сергей Палтусов ауыл хужалығы техникаларының торошо, техник күҙәтеү үтеү талаптары тураһында бәйән итте. Район ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Артур Миһранов ауыл хужалығы һәм йорт хайуандары араһында йоғошло сирҙәрҙе булдырмау, уларҙы иҫкәртеү саралары менән уртаҡлашты. Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Елена Калпащикова үҙ сығышында студенттарҙы ауыл хужалығы предприятиеларына ылыҡтырыу, артабан эшкә урынлаштырыу, яҡшы хеҙмәт шарттары булдырыу темаһын яҡтыртты. Район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең иҡтисадсы-хисапсыһы Илһөйәр Вилданова ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт тарафынан ярҙам итеү, инженер Фидус Ғилманов хеҙмәт һаҡлау инструктажын уҙғарыу тәртибе менән таныштырҙы.
Практик өлөштә барыһы ла майҙанға сыҡты. Унда Сергей Александрович техник күҙәтеүгә ҡағылышлы яңылыҡтарға, үткәреү ваҡытына, документтарҙың теүәллегенә һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең мотлаҡ үтәлешенә баҫым яһаны.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: