Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 13:33

Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа

Табиптар яман шеште башланғыс стадияла дауалап була тип иҫбатлай.

Түбәндәге симптомдар күҙәтелһә, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ:
-оҙаҡ йүтәл йонсотһа, шайыҡта ҡан төйөрҙәре күренһә;
-юғары температура, аҙ ҡанлылыҡ, тиҙ арыу, хәлһеҙлек борсоһа, тән ауырлығы кәмеһә;
-ауыҙ ҡыуышлығында, ирендә, телдә төйөрҙәр барлыҡҡа килһә;
-тәнегеҙҙәге миңдәр ҙурайһа, ҡанаһа;
-тәнегеҙҙәге йәрәхәттәр, яралар оҙаҡ йүнәлмәһә;
-аппетитығыҙ булмаһа, аш ауыр үтһә, түш тирәһе янған кеүек хис тойолһа, йөрәк болғанһа;
-эсегеҙҙә - ауырлыҡ, тура эсәктә уңайһыҙлыҡ тойолһа, оло ярауҙа ҡан, лайла күренһә;
-һөт биҙҙәренең формалары үҙгәрһә, төйөрҙәр барлыҡҡа килһә, унда яралар барлыҡҡа килһә;
- бәүелдең төҫө үҙгәрһә, кесе һәм оло хәжәтте үтәгәндә ауыртыу тойолһа;
- енси ағзаларҙа ауыртыу борсоһа.
Ғөмүмән, һаулығыбыҙ - үҙ ҡулыбыҙҙа, ул - иң ҙур байлыҡ. Битараф булмайыҡ, сәләмәтлегебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек!
Фотоһүрәт: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: