Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 13:03

Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе

сара күңелдәргә хуш килде

Яҙҙың иң матур байрамдарының береһе — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан район мәҙәниәт йортонда бай эстәлекле тамаша ойошторолдо.
Борондан ҡатын-ҡыҙҙарға арнап матур йырҙар, шиғырҙар яҙылған, уларҙың бөйөклөгө, нәфислеге данланған. Был көндә лә гүзәл заттарға күп маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Матур кисә кескәй “артистар” башҡарыуында “Әсәйем көнө” тигән йыр менән асылды. Артабан район хакимиәте башлығы Илшат Әминев залдағыларҙы яҙ байрамы менән тәбрикләп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге урыны, милләт ҡото булып тороуы тураһында һөйләне. Илебеҙ президенты В.В.Путиндың “Мөрәжәғәтнамәһе”ндәге ғаиләгә, әсәлек капиталына ҡағылған мөһим урындарҙы билдәләп үтте.
— Яҙ, ҡояш, ҡатын-ҡыҙ. Һеҙ бар тереклеккә, кешелеккә йән өрөүсе, нур сәсеүсе донъя тотҡаһы. Күңелегеҙгә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, йомшаҡлыҡ та, түҙемлек тә, әсәлек хистәре лә һыйған. Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе, тормошобоҙ йәме. Ғаилә усағын һаҡлауҙан тыш, йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ,- тип изге теләктәрен еткерҙе Илшат Нәжмитдин улы.
Тәбрик һүҙҙәренән һуң, ул Архангел районында ғүмер итеүсе тыл ветераны Хәсби Мөхәмәтдин ҡыҙы Мәғәлимоваға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан юбилей миҙалын һәм районыбыҙ тормошонда әүҙемлек күрһәткән, тырыш, һәләтле хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Концерт программаһына килгәндә, репертуарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған йырҙар, шиғырҙар, сәхнәләштерелгән тамашалар өҫтөнлөк итте.
Юғары кимәлдә әҙерләнгән сара залдағыларҙы көлдөрҙө лә, ҡушылып йырлатты ла, хатта күңелдәрҙе тулыштырып, илатып та алды. Сағыу сығыштарҙы тамашасы көслө алҡыштарға күмде.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: