Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Март 2020, 15:36

Йөҙҙәребеҙҙә йылмайыу балҡыһын

Альбина Салауат ҡыҙы Мырҙағолова тормош иптәше Әлфир Әнәс улы менән ун йылдан артыҡ беҙҙең районды үҙ итеп, гөрләтеп донъя көтә.

Район үҙәк дауаханаһында лаборатория һәм клиник диагностикалау табипы булып эшләгән күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы һылыуы Альбина Салауат ҡыҙы Мырҙағолова тормош иптәше Әлфир Әнәс улы менән ун йылдан артыҡ беҙҙең районды үҙ итеп, гөрләтеп донъя көтә. Улар Өфө дәүләт медицина университетында уҡығанда таныша.
— Тәү күреүҙән үк ул мине күңел матурлығы, холоҡ-фиғелеме менән арбап алды. Яҡташ булыуыбыҙ ҙа беҙҙе нығыраҡ берләштерҙе. Һөйгән йәреңде табыу мәленән алып минең тормошомда яңы этап башланды. Яратҡан, һине ҡарашыңдан аңлап торған кешең булыуы гүзәл затты ысынлап та бәхетле итә икән. Бөгөн ике ул үҫтерәбеҙ. Балаларыбыҙ беҙҙе үҙҙәренең уңыштары тәртиптәре менән шатландырып ҡына тора. Алла бирһә ағаларына һеңле бүләк итергә теләйбеҙ. Балалар — киләсәгебеҙ, шуға күрә һәр ғаиләлә сабыйҙарҙың шат ауаздары яңғырап торорға тейеш.
Еребеҙгә яҙ һәм уның менән йәнәшә Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы килә. Яҙ йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән гүзәл заттарҙан башлана. Ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫлек яна. Улар төпһөҙ даръяға ла, ғорур ҡаяға ла, наҙлы елгә лә оҡшаш. Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу, батыр ҙа, нәзәҡәтле, һылыу, мөләйем тормош биҙәге лә.
Байрам уңайынан шуны әйткем килә: иң изге өмөттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ, мөхәббәт һәм етеш тормош хөкөм һөрһөн. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу балҡыһын, бәхетле киләсәккә булған ышаныс ташламаһын, - тип изге теләктәрҙә ҡалды аҡ халатлы мөләйем табип.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: