Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Март 2020, 15:32

Һөйөп-һөйөлөп йәшәйек

Һәр кем үҙенсә бәхетле, тиҙәр.

Һәр кем үҙенсә бәхетле, тиҙәр.Был мәңгелек төшөнсә. Уға һис кенә лә аныҡ яуап биреп булмай.
Айытмәмбәт ауылында тыуып-үҫкән, бөгөн Тирәкле ауылы килене Алина Харис ҡыҙы Ғилманова үҙен йәш быуынды тәрбиәләүгә, белем биреүгә бағышлаған. 2009 йылдан алып Тирәкле мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан мөғәллимә телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙан тыш, балаларҙы донъяны танып-белергә, бөгөнгө ҡатмарлы заманда үҙеңде шәхес итеп танытырға, тормош даръяһында юғалып ҡалмаҫҡа, ә иң мөһиме, йәшәү мәғәнәһен табырға өйрәтә.
— Бәхетле булғың килһә, бәхетле бул, тигән девиз менән йәшәйем. Аллаға шөкөр, атай-әсәйем, яратҡан тормош иптәшем, балаларым бар. Ғөмүмән, яҡындары иҫән булған кешеләрҙең барыһы ла бәхетлелер, тип уйлайым.
Ҡатын-ҡыҙға ҡәнәғәтлек кисереү өсөн күп кәрәкмәй. Иҫемдә бәләкәй сағымда атайым 8 Март байрамына һеңлем менән икебеҙгә магазиндан бәйләм аҡ шәпкә алып ҡайтты. Шул бүләкте ҡабул иткәндәге шатлыҡ тойғолары ғүмеремдәге иң яҡты, йылы хәтирәләремдең береһе.
Кешене, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙы йылы һүҙ, яғымлы ҡараш, иғтибар ҡанатландыра. Һуңғы ваҡытта һылыу заттар ирҙәрҙән ҡалышмай йорт та һала, руль артында ла ултыра, хатта янғынды ла һүндерә. Минеңсә, көслө булғың килһә лә, уны күрһәтергә ярамай, сөнки ҡатын-ҡыҙ, беренсе нәүбәттә, һылыу, нескә, яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булырға, һәр кем үҙ дәрәжәһендә ҡалырға тейештер.
Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағының һаҡсыһы. Борондан ағинәйҙәр, әсәйҙәр ҡыҙ балаларҙы ошоға әҙерләп килгән. Бөгөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Буйҙаҡ ир-егеттәргә, үҙ ишен осрата алмаған ҡыҙҙарға ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итер инем, улар әҙәм балаһын сыныҡтыра ғына. Шуға күрә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙән ситкә тайпылмағыҙ. Тик ғаиләлә генә күңел йылылығы, тыныслығы, йәшәү өсөн көс табабыҙ. Һине аңлаған, рухыңды күтәргән, ауыр саҡтарыңда иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа тик ошонда ғына.
Еребеҙгә йәмле яҙ килә. Йәшәүҙең ҡәҙерен белгән кешеләргә йылдың һәр көнө нурлы, йылы яҙ миҙгеле кеүек. Бер-береңде аңлап, ғәфү итеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгәндә генә ысын бәхет татырға мөмкин.
Дилара Бәҙретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: