Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Март 2020, 17:07

Халыҡ ынйыларын таратып

Бөтә донъя фольклориадаһы — халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале.

Уны ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет 2020 йылда фестивалде үткәреү урыны итеп Өфөнө һайланы. Бөтә донъя фольклориадаһы бар милләттәрҙең матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, халыҡтарҙы ошо йәһәттән берләштереүҙе маҡсат итеп алған. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.
— Бөгөн район мәҙәниәт йортонда фольклориадаға әҙерләнеү сиктәрендә документтарҙы теркәү эштәре бара. “Ихлас” фольклор һәм “Хазина” бейеү төркөмөндәрен берләштереп, программа әҙерләнә. Мәртәбәле сарала ҡунаҡтарҙы Табын башҡорттарының ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу маҡсатынан Муллаҡай ауылынан Зәлифә Фәйзуллина урындағы халыҡ таҡмаҡтарын яҙып бирҙе. Уларҙы беҙ ҡубыҙ көйҙәре оҙатыуында башҡарасаҡбыҙ. Программаға ярашлы яңы милли сәхнә костюмдары ла тектереләсәк.
Фестивалгә әҙерләнеү йәһәтенән былтыр көҙ мәҙәниәт йортонда “Селтәр” түңәрәген башлап ебәрҙем. Унда ағинәйҙәр һәм башҡа ҡул эштәре, халыҡ шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһыныусылар менән берлектә ҡашмау, яҡа, селтәр кеүек башҡорт милли биҙәүестәрен эшләйбеҙ. Шулай уҡ башҡорт халҡының көнкүрешен һынландырған күргәҙмәне лә тормошҡа ашыраһы бар, - тип әҙерлек эштәренең барышы менән таныштырҙы Мөхәмәтйәрова Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: