Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Март 2020, 15:59

Ата-әсәләр һынау тотто

имтихандарға әҙерләнгәндә ололарҙың роле

“Берҙәм дәүләт имтиханы ата-әсәләр менән” акцияһын фән һәм мәғариф өлкәһен күҙәтеүсе федераль хеҙмәт ойоштора. Ул имтихан биреү ғәмәленең тыныс һәм хәүефһеҙ икәнен күрһәтеүгә, сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләренә имтихан барышының үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт еткереүгә арналған.
Сара барышында ата-әсәләр уҡыусылар кеүек бөтә һынау талаптарын үтә: теркәлә, бланктар тултыра, кеҫә телефондарын штабта ҡалдыра, бер һүҙ менән әйткәндә, дәүләт имтиханының ысынбарлыҡта нисек алып барылғанын күрә.
Үткән шәмбе 1-се Архангел мәктәбе нигеҙендә ата-әсәләр өсөн тарих фәненән Берҙәм дәүләт имтиханы ойошторолдо. Егерменән ашыу ололар билдәләнгән ваҡытта үҙ көстәренә, белемдәренә ышанып, һынау тоторға йыйылды.
Аңлатыу эштәре алып барылғандан, һорауҙарға яуап бирелгәндән һуң, барыһы ла ең һыҙғанып үҙ варианттарын сисергә тотондо. Һөҙөмтәләр әлегә билдәһеҙ. Яҡын арала ойоштороусылар уларҙы һәр ҡатнашыусыға шәхси рәүештә еткерәсәк.
Имтихан һуңында ата-әсәләр үҙ кисерештәре, сараны күҙаллауҙа асыҡлыҡ алыуҙары, тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Ләлә Фазылова, Архангел ауылы:
— Был күләмле сара бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килә. Ысынлап та, Берҙәм дәүләт имтиханы ата-әсә, балалар өсөн дә етди һынау.
Мин имтиханға тулҡынланып барҙым. Ни тиһәң дә беренсе тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Ләкин ойштороусылар бар нәмәне тыныс һәм ентекле итеп аңлатҡас, тынысландым. Мәктәп программаһын иҫкә төшөрөп, үҙ вариантымды “һә” тигәнсе эшләп ташланым. Минең яуаптарҙың 80 проценты дөрөҫ булған, шуға ҡәнәғәтмен.
Шуны әйтергә кәрәк, имтихандан ҡурҡыныс нәмә яһарға кәрәкмәй. Мәктәп программаһын яҡшы үҙләштергәндә, ныҡлы әҙерләнгәндә, уҡытыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалғанда, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була.
Дилара Бәҙретдинова.
Дмитрий Ефимов фотоһы.
Читайте нас: