Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Март 2020, 12:25

Уңышлы сығыш яһанылар

Күптән түгел Өфө ҡалаһының Ф.Шаляпин исемендәге концерт залында ҡурайҙа уйнай белгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Ҡурайсы ҡыҙ” исемле I Асыҡ республика конкурсы үтте.

Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды һәм 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһы сиктәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, республиканың Ҡурайсылар һәм Ҡатын-ҡыҙҙар союздары берлегендә ойошторолдо. Уның маҡсаты музыкаль инструменттарҙа уйнаусыларҙың ижадын үҫтереүгә, уларҙың һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Бәйгелә ҡатнашыуға республикабыҙҙан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә 47 кеше теләк белдерҙе. Улар иҫәбендә районыбыҙҙың Абҙан урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары Ғүмәрова Йәмилә, Ғизәтуллина Эвилина һәм Ҡунаҡбаева Даяна ҡатнашты. Ҡыҙҙар балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусылары Әүхәҙи Фәхретдинов етәкселегендә икенсе йыл ғына шөғөлләнә. Ошо арауыҡта ҡурайҙа уйнау серҙәрен байтаҡ үҙләштергән балалар бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләк белдерә.
Конкурста ҡатнашыусылар дүрт йәш төркөмөнә бүленде: һәр береһе ике көй (оҙон һәм бейеү көйө) уйнарға тейеш ине. Ҡайһы бер номерҙарға ҡурайға баян менән фортепьяно ла ҡушылды. Сығыштарҙы мәртәбәле Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева рәйеслегендә жюри баһаланы. Сараны ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары билдәләүенсә, проект ҙур уңышҡа ирешкән, уны йылына ике тапҡыр уҙғарыу күҙаллана.
Конкурс йомғаҡтарына килгәндә, беҙҙең ҡыҙҙар һынатманы, Эвилина — 2-се, Йәмилә 3-сө урынға, Даяна дипломға лайыҡ булды. Финалға сығыусылар проектты ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарынан ҡиммәтле бүләктәр алды.
Дилбәр Ғүмәрова,
Абҙан ауылы.
Читайте нас: