Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2020, 11:15

Йыйын гөрләп уҙҙы...

Күптән түгел Убаларҙа “Айыҡ ауыл — 2020” бәйгеһен ябыу тантанаһы үтте.

Байрамда бөтә ауыл халҡы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, ветерандар советы рәйесе М.Ә. Лоҡманова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.А.Хисаметдинов, Арх-латыш ауыл хакимиәте башлығы А.Ә. Ибәтуллин, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Ә.Й.Йортомбаева, район “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе З.Ш.Фәйзуллина, балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Филүс Хәсәнов, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Сәриә Мағазова, Рәсимә Мөхәмәтйәрова һәм башҡаларҙың килеүе тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Сараның тәүге өлөшө саф һауала ҡышҡы һабантуй рәүешендә барҙы. Ниндәй генә уйындар (“Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Сылбыр”, һәм башҡалар) булманы унда. Барса халыҡ түңәрәктә йырлап-бейеп әйләнде. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы: гер күтәреү, уҡтан атышыуға хатта оҙон сират барлыҡҡа килде. Хәрәкәттә-бәрәкәт, тип “Мираҫ” төркөмө ағинәйҙәре скандинав таяғында йөрөп күрһәтте, шарҙар менән биҙәлгән аттарҙа елдереп үтеүҙәре үҙе бер ҡыҙыҡлы тамаша ине.
Байрамдың икенсе өлөшө клуб бинаһында дауам итте. Унда уҡыусылар һәм өлкәндәр шахмат, шашка уйындарында көс һынашты. Ә сәхнәлә “Гөлнәзирә” төркөмөнөң сығышы, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Хазина” төркөмөнөң дәртле бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде.
Байрам һуңында мәртәбәле ҡунаҡтар байрамдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, изге теләктәрен еткерҙе.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Әлфиә Йортомбаева ярыш һөҙөмтәләрен иғлан итеп, еңеүселәрҙе маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләне һәм балаларға тәмлекәстәр өләште.
Байрам өҫтәл артында күңелле сәй эсеү менән тамамланды.
Әлмира Юламанова.
“Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе.
Убалар ауылы.
Читайте нас: