Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2020, 16:03

Төклө аяғың менән Яҙһылыу

Масленица, йәғни ҡышты оҙатыу байрамы беҙгә көнсығыш славяндарҙан үтеп ингән.

Яңы бешкән ҡоймаҡ түңәрәк ҡояшты һынландыра, ә ҡарасҡы — ҡыш символы, уны яндырыу яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙы аңлата. Яҙҙы ҡаршы алған был тамаша хәҙер дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек байрамына әйләнгән.
Яҙҙың тәүге көнөндә беҙҙең районда ла шаулап-гөрләп “Ҡышты оҙатыу” (“Масленица”) йолаһы ойошторолдо. Сараны Архангел ауыл биләмәһе башлығы Ғәлей Төгөлбаев ҡотлау һүҙҙәре менән асты, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡояшлы, аяҙ һауа торошо майҙанға йыйылғандарҙың кәйефен икеләтә күтәрҙе. Ололар ҙа, балалар ҙа саф һауала ойшоторолған төрлө уйындарҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашты. Эстафета, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыу, туп тибеү кеүек ярыштарҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны. Сағыу биҙәлгән сәхнәнән урыҫ халҡының дәртле йыр-таҡмаҡтары ҡунаҡтарҙы тыпырҙатып түңәрәккә, әйлән-бәйләнгә саҡырһа, ҡыҙҙарҙың Яҙһылыуҙы ҡаршылауға арналған бейеүе береһен дә битараф ҡалдырманы. Халыҡ таланттарынан торған концерт тамашаның йөҙөк ҡашы булып торҙо. Был көн халыҡ оҙон ҡышҡа рәхмәт әйтте, яҙҙың төклө аяғы менән килеүен, муллыҡ теләне.
Сауҙа нөктәләре аҙыҡ-түлек, эҫе сәй, тәмле ҡамыр аштары менән һатыу итте. Боҫо сығып торған ҡайнар самауыр, күмәк көс менән әҙерләнгән тәмле ҡоймаҡ, бәлештәр сараның төп билдәһе булды. Байрам хужалары кескәйҙәрҙе лә, ололарҙы ла тәмлекәстәр менән һыйланы. Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән мәртәбәле байрам ҡыш ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре был юлы ла халыҡты оҫта, матур итеп әҙерләгән тамаша менән таң ҡалдырҙы. Улар ысын күңелдән архангелдәрҙең күңелен күтәрҙе.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: