Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2020, 16:10

Рухтары мәңгелек

шиғриәт һөйөүселәр майҙан тотто

1-се Архангел мәктәбенең тамаша залында Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына — 125, Рәми Ғариповҡа 90 йыл тулыуға арналған “Халҡым теле — халҡым күңеле” тип аталған шиғыр һөйөүселәрҙең район бәйгеһе үтте. Был күркәм сара республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторолдо.
Конкурстың маҡсаты — балаларҙы башҡорт шағирҙарының ижады менән таныштырыу, йәш быуында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, сәсәнлек традицияларын тергеҙеү.
Бәйгелә 10 мәктәптән 56 уҡыусы ҡатнашты. Бер нисә йыл дауамында сәсәндәр алышында үҙ көсөн һынап, тәжрибә туплаған уҡыусылар менән бер рәттән тәүге тапҡыр сығыш яһаусылар ҙа быйыл байтаҡ булды. Бигерәк тә 1-2-се класс уҡыусыларының әүҙемлеге ҡыуандырҙы. Йәш быуын матур әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынғанда уларҙың күңелдәрендә насарлыҡҡа, ғәмһеҙлеккә урын ҡалмаясаҡ, шағирҙарыбыҙҙың да рухтары мәңге йәшәйәсәк.
Бәйгеселәр конкурсҡа бик етди әҙерләнгән: милли костюмдар, шағирҙарҙың тормошона, ижадына бәйле сағыу презентациялар, музыкаль оҙатыуҙар һәр сығышта тиерлек булды. Нәфис һүҙ оҫталары Ш.Бабич һәм Р.Ғариповтың әҫәрҙәрен рус һәм башҡорт телдәрендә яттан һөйләне. Абруйлы жюри ағзалары бәйгеселәрҙе диҡҡәт менән тыңлап, ғәҙел баһаланы.
Йәш сәсәндәрҙең сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлауы, тасуири һөйләүе иғтибарға алынды. Ошо талаптарҙан сығып, Гран-приға 2-се Архангел мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Сөләймәнова Нурсилә лайыҡ булды. Башланғыс класс уҡыусылары араһында 1-селеккә Агабаева Джәмилә (Ҡыҫынды мәктәбе) сыҡһа, 2-се урынды Абдуллина Сулпан (Ҡыҫынды), Зәйнуллина Милена (1-се Архангел), 3-сөнө Мөхәмәтйәнов Руслан (Абҙан), Виксне Элина (Благовещенка), Ғибәҙәтова Фаягөл (Тирәкле) яуланы.
5-селәр араһында: Юлыбаева Арина (Тирәкле) — 1-се, Ғабдуллин Артур (2-се Архангел) — 2-се, Төлкөбаева Азалия (Максим Горький) 3-сө урынды алды. 6-сы кластарҙан Юламанова Азалия (1-се Архангел) — 1-се, Касаева Алтынай (2-се Архангел) һәм Ғәйсәрова Нәркәс (Ҡыҫынды) — 2-се, Кинйәғолов Иҙел (Абҙан) 3-сө урынға сыҡты. 7-селәрҙән Шаһиева Айгизә (Тирәкле) — 1-се, Кинйәғолов Искәндәр (Абҙан) — 2-се, Хәлиуллина Айһылыу (Ҡыҫынды) һәм Фәйзуллин Илназ (Оҙондар) 3-сө урындарҙы бүлеште. 8-се кластар буйынса 1-се урынға Әлибаева Илүзә (Абҙан) сыҡһа, 2-сегә Аҫылбаев Илнур (Тәүәкәс), 3-сөнө Ғәлимова Милена (1-се Архангел) алды. 9-сы кластарҙан иһә Сынтимерова Аделина (Абҙан) беренселеккә, Әсмәндийәрова Ильвина (Оҙондар) — 2-се, Мөхәмәтйәнова Алтынай (Максим Горький) 3-сө баҫҡысҡа үрләне. 10-11-селәрҙән Әхмәтова Сөмбөл (Абҙан) — 1-се, Мостафин Рәмил (1-се Архангел) 2-се урынға лайыҡ булды. Рус телендә һөйләүселәр араһынан 1-се Архангел мәктәбе уҡыусылары Бухмастова Анастасия — 1-се, Пленкина Яна — 2-се һәм Пименова Ульяна 3-сө урындарҙы яуланы. Шулай уҡ “Дуэт” номинацияһы еңеүселәре тип кескәйҙәр араһынан Хәлилов Арыҫлан менән Саяпова Альбина, ә өлкәндәр төркөмөнән Урманцев Марсель менән Фәйзуллин Илнар табылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: