Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
2 Марта 2020, 07:30
Мауыҡтырғыс бәйге
Оҙондар урта мәктәбендә Башҡорт теле йылы сиктәрендә саралар үткәрелеп тора.
Күптән түгел башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Башҡорт телем” тип аталған бәйге ойошторолдо. Улар “Ҡояш” һәм “Йәйғор” командаларына бүленеп, отҡорлоҡта көс һынашты. Тәүҙә ике яҡ та хайуандар һәм тыңлауһыҙ малай тураһында үҙҙәре ижад иткән әкиәттәрҙе сәхнәләштерҙе. Бында һәр команданың ҙур тырышлыҡ һалғаны күренде: матур-матур костюмдар әҙерләгәндәр, Никитина Карина, Хәлилова Гөлназ, Шаһиева Гөлдәр, Минһажев Руслан үҙ персонаждарын бирелеп уйнаны. Мәғәнәле, ҡыҙыҡлы әкиәттәр барыһына ла оҡшаны.
Артабан балалар шиғыр һөйләү, мәҡәлдәрҙе дауам итеү, төрлө халыҡ көйөн таныу, һүҙҙәр донъяһы буйынса маһирлыҡта бәйге тотто. Сара күңелле һәм мауыҡтырғыс барҙы. Ярышта еңеүсе-еңелеүселәр була. Был юлы ла “Ҡояш” командаһы бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп, беренселекте яуланы.
Люциә Никитина,
Оҙондар мәктәбе уҡытыусыһы
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"