Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2020, 17:53

Ышаныслы ҡулдарҙа…

23 февраль илебеҙҙә, шул иҫәптән районыбыҙҙа, бик күп саралар үткәрелә.

Үткән аҙна районда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған тантана Дан аллеяһы янындағы обелискыға сәскәләр һалыу менән башланды. Район хакимиәте етәкселеге, төрлө ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре сафтарға теҙелеп, мәңгелек ут янына ағылды, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын иҫкә алды.
Артабан сарала ҡатнашыусылар мәҙәниәт йортоноң концерт залына ашыҡты. Кисәгә хәрби бәрелештәр ветерандары, ҡыҙыу нөктәләрҙә һалдат бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтыусылар, йәш армия хәрәкәте ағзалары һәм башҡалар йыйылды. Бер нисә быуын вәкилдәрен Ватанға һөйөү тигән изге тойғо берләштерҙе.
Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев барыһын да ҡотлап, Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң ил өсөн әһәмиәтлеген билдәләп, ир-егеттәрҙең һәр саҡ алғы сафта булыуҙарын теләне.
— Матур йолаға әүерелгән был байрамда Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышы ветерандарын, шинель кейеп, хәрби ант биргән йәш һалдаттарҙы, батырҙар әсәләрен, ҡатындарын һәм хәрби хеҙмәт итеүҙә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да тәбрикләйбеҙ. Ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлау иң изге бурыс һанала. Шуға күрә йылдар үтһә лә, яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән һалдаттарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Быйыл мөһим дата — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнәсәк. Архангелдәр элек-электән Тыуған илебеҙҙең хәүефһеҙлеген, именлеген тәьмин итеүҙә башҡа ватандаштарыбыҙ кеүек алдынғылар рәтендә. Тыуған еребеҙ дәшһәтле йылдарҙа фронтҡа меңәрләгән егет һәм ҡыҙҙарын оҙатты. Ә улар, үҙ сиратында, еңеү хаҡына үлһәләр-үлде, йәнтәслимгә алышты.
Бөгөн йәштәребеҙ өлкән быуындың эштәрен лайыҡлы дауам итә, үҙ хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Уларҙың күңелендә артабан да тыуған илгә һөйөү, яуаплылыҡ тойғоһо һалына икән, киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулда буласаҡ,- тине Илшат Нәжмитдин улы.
Залдағыларҙы шулай уҡ БР хәрби комиссариатының Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса бүлек начальнигы Сергей Симонов һәм район ветерандар Советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова ҡотланы һәм барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.
Байрам тантанаһын мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән “Бөйөк Ватан һуғышы Архангел районы хәтерендә” тип аталған тәрән йөкмәткеле, сағыу театрлаштырылған тамаша менән дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышына, тыныс тормош, мөхәббәткә арналған йыр-моң, бейеүҙәр аша артистар бер тын эсендә тарихыбыҙға байҡау яһаны. Поезд менән фронттың иң ҡыҙыу нөктәһенә китеп барған һалдаттар йөҙөндә һәр кем үҙенең яҡынын күрҙе, хис-тойғоларын кисерҙе. Оҫта сәхнәләштергән тамашаны тулҡынланмай ҡарау мөмкин түгел ине. Күңелдәрҙе тетрәндергән, йөрәктәргә үтеп инеп, шул уҡ ваҡытта елкендергән илһөйәрлек рухы менән һуғарылған һәр сығыш ихлас күңелдән көслө алҡыштар менән оҙатылды. Тамашасылар саранан ҡәнәғәт булып таралышты.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: