Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2020, 15:34

Мал һанын кәметмәҫкә…

Район хужалыҡтарында бик яуаплы мал ҡышлатыу осоро уңышлы ғына үтеп бара.

Ошо турала райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенең зоотехник-консультанты Ришат Гәрәев тулыраҡ мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты.
— Ауыл хужалығы предприятеларында һәм фермер хужалыҡтарында бөгөн дөйөм алғанда 2587 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 1102 һыйыр, 709 һарыҡ һәм 810 ат ҡышлай. Ғинуар айында 1473 ц һөт, 358 ц ит, 198 баш йәш үрсем алынған (үткән йыл кимәле менән сағыштырғанда ул яҡынса 92 прцент тәшкил итә).
“Үҙәк” МТС-ның “Еҙем” бүлексәһендә яҡшы күрһәткестәр күҙәтелә. Һыйырҙар күпләп быҙаулаған осор башланғас, һөт етештереү ҙә артты. Унда үткән айҙа 160 һауым һыйырҙан көндөҙгө һөт һауып алыу ике тоннаға тиклем күтәрелде. Бер бөйрәкәйҙән көндәлек уртаса һауым 13 кг етте.
Район буйынса мал ҡышлатыу миҙгеле ойошҡан рәүештә, планға ярашлы бара. Бай рационлы һәм сифатлы мал аҙығы менән барыһы ла тейешле тәьмин ителгән. Хужалыҡтар мал башын кәметмәҫкә, сифатлы продукция етештереүҙе арттырырға тырыша.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: