Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2020, 15:42

Ағас — емеше, кеше эше менән

Тирәкле мәктәбендә бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле сара ойошторолдо.

Белем усағына илебеҙҙең төрлө ҡалаларында белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәш студенттар, төрлө һөнәр эйәләре йыйылды.
Осрашыу уҡыусыларға төрлө уҡыу йорттары тураһында белешмә еткереү, ҡыҙыҡһындырыу, төрлө һөнәр үҙләштергән белгестәрҙән һайлаясаҡ һөнәр тураһында ентекле мәғлүмәт алыу һәм уны ысынбарлыҡҡа ашырыу өсөн белемгә, хеҙмәткә ынтылыш тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолдо.
Беҙҙең мәктәпте йыл һайын талантлы, тырыш уҡыусылар тамамлай. Улар тормош даръяһында юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба һәм белем усағыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәйенсә, яңынан – яңы бейеклектәргә үрләүҙәрен дауам итә.
Уҡыған ваҡытта уҡ улар тырыш, талапсан, һәр бер сарала әүҙем булды. Бөгөн йәштәребеҙ сығарылыш имтихандарынан һуң маҡсаттарына ирешеп, төрлө уҡыу йорттарында һабаҡ алып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эш урындары табып, уңышлы хеҙмәт итеп йөрөй.
Әңгәмә бик ҡыҙыҡлы барҙы. Уҡыусылар береһенән – береһе уҙҙырып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, файҙалы кәңәштәр, яуаптар ишетте. Кем белә, тиҙҙән улар араһынан да тағы шундай шәп кешеләр сығыр!
Студенттарыбыҙҙың һәр береһе уҡыу йорттары менән таныштырҙы: Йыһаншина Ләйсән, Ғәзизуллина Айгөл — Өфө дәүләт медицина университеты, Ғәниев Заһир, Ғәниев Инсаф – Өфө дәүләт авиация университеты, Ғәниев Азамат, Хәсәнова Әлиә — Өфө дәүләт нефть университеты, Ҡотләхмәтова Физәлиә — Өфө дәүләт аграр университеты, Искәндәров Рәмил — педагогик колледж тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Мәскәү ҡалаһынан да студенттар булды. Бына улар: Фәйрүзов Рәсим — туризм һәм сервис университетының II курс, ә Фәйрүзов Айҙар — Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетының I курс студенты. Йәштәр ҡыҙыҡлы һәм тынғыһыҙ студент тормошо, уҡыу тураһында һөйләне.
Уҡыу йорттарын тамамлап, эшләп йөрөгән дуҫтарыбыҙ үҙҙәренең һөнәрҙәре, көндәлек хеҙмәте менән таныштырҙы. Ҡотләхмәтова Эльвира — Финанс университетын бөтөп, иҡтисадсы булып эшләй, Фәйрүзова Дания Башҡорт дәүләт университетынан һуң химик һөнәрен һайлаһа, Вәхитов Линар шәхси эшен асып, эшҡыуар булып киткән, Ғәниев Иршат — сәнғәт училищеһен тамамлап, үҙ студияһын булдырған, Искәндәрова Рәйлә лә ижад кешеһе, бөгөн ул әсә бәхетен кисереп ҡыҙ үҫтерә.
Кисә бик йәмле шарттарҙа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Мәктәп уҡыусылары төрлө бейеүҙәр башҡарһа, килгән ҡунаҡтар йырҙар тәҡдим итте. Барыһы ла был байрамдан ҡәнәғәт ҡалды. Тыуған мәктәп, яратҡан уҡытыусылар менән осрашҡандан һуң, йәштәр тағы ла дәртләнеп, күңелдәре күтәрелеп китте.
Гөлнара Фәйрүзова,
Тирәкле мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: