Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Февраль 2020, 11:10

Машинала йөрөгәндә ял итеү мөһим

2020 йылдың ғинуарынан РФ Юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрендә транспорт сараһында йөрөү һәм унан ял итеү нормалары нығытылды.

Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 3,5 тоннанан күберәк ауырлыҡтағы йөк машиналары һәм автобустар менән идара итеүсе водителдәр 4 сәғәт ярым һайын ял итеүгә (дөйөм алғанда кәмендә 45 минут) тәнәфес яһарға бурыслы. Был тәнәфес ике йәки унан күберәккә бүленеүе мөмкин: тәүгеһе 15 минуттан, һуңғыһы 30 минуттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Транспорт сараһы менән идара итеү бер көнлөк йәки аҙналыҡ ялдан һуң тәүлегенә (24 сәғәттә) 9 сәғәттән, бер аҙнала 56 сәғәттән һәм ике аҙнала 90 сәғәттән артмауы шарт. Транспорт йөрөтөүҙән ял итеү өҙлөкһөҙ булырға тейеш. Машинала йөрөүҙең тейешле ваҡыты тулһа һәм ял итеү өсөн туҡталыш урыны булмағанда, водитель юлды дауам итеүҙә мөһим хәүефһеҙлек сараларын ҡулланып, яҡындағы туҡталышҡа барып еткәнсе транспортта йөрөү ваҡытын бар аҙ арттырырға хоҡуҡлы.
Евгений Чернов,
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.
Читайте нас: