Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Февраль 2020, 14:50

Мутлашыусылар ауына эләкмәйек

Уның өсөн һәр кем түбәндәге ҡа­ғиҙә­ләрҙе күҙәтергә тейеш

  • Бер ваҡытта ла таныш бул­ма­ған ке­ше­гә аҡса күсермәгеҙ;
  • электрон янсыҡҡа, иҫәпкә һәм кеҫә телефонына аҡса күсермәгеҙ, һа­тыусы менән үҙегеҙ күҙмә-күҙ осра­шы­ғыҙ, танышығыҙ;
  • банк картағыҙға бик һалынды тигән смс-хәбәрҙәр һәм шылтыратыуҙар буйынса аҡса күсермәгеҙ. Ул номерға үҙегеҙ шылтыратмағыҙ. Бындай осраҡта картағыҙҙы сығарған банкыға шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ;
  • интернет селтәрендә күптән эҙләгән тауарҙы байтаҡ осһоҙға һатылыуын күрһәгеҙ ҙә, һатыусының ышаныслымы-юҡмы икәнен асыҡламайынса электрон янсыҡҡа аҡса күсермәгеҙ. Иғлан таҡтаһын яҡшылап өйрәнегеҙ, һатып алыусыларҙың фекере менән танышығыҙ;
  • тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сайт аша билет, тауар һатҡан һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәткәндәргә мөрәжәғәт итмәгеҙ;
  • открытка, музыка, һүрәт йәки программаны күсереп алыу ссылкаһы менән хәбәр килһә, бер ҡасан да ссылка менән инергә ашыҡмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ссылканы асҡан арала үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, телефонығыҙға вирус керетеүегеҙ йә түләүле хеҙмәттәргә тоташтырыуығыҙ бар;
  • социаль селтәрҙәрҙә аралаша икәнһегеҙ, бер ваҡытта ла шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе асыҡ сығанаҡтарға ҡуймағыҙ, сөнки уны хаслы уй менән файҙаланырға мөмкиндәр.
  • Айгөл Сәйғафарова,
    административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор
    Читайте нас: