2019 йылда ҡала һәм райондарҙағы Пенсия фонды идаралыҡтарына айлыҡ түләүҙәр алыу буйынса 1288 ғариза килгән, был элекке йыл менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә республиканан бөтәһе 2411 ғаилә мөрәжәғәт иткән. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы — 151,5 миллион һум.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан законға индерелгән төҙәтмәләр, әсәлек капиталына эйә булған күп ғаиләләргә икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр алырға мөмкинлек бирә. Сөнки хәҙер айлыҡ килеме ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләрҙең бындай түләүҙәргә хоҡуғы бар. Ошоға ярашлы, Башҡортостанда 9789 һум күләмендәге пособиеға һәр ғаилә ағзаһына килеме 20868 һумдан артмаған ғаиләләр дәғүә итә ала. Өҫтәүенә, айлыҡ түләүҙәрҙең күләме лә артты. Иҫәпләүҙәр уңайлы булһын өсөн Пенсия фонды сайтында махсус калькулятор бар: уның ярҙамында айырым төбәктә айлыҡ түләүҙәрҙең кимәлен билдәләргә һәм ғаиләнең уға хоҡуғын асыҡларға була.
2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы 466 617 һум тәшкил итә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ул 13591 һумға артҡан.
райондағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы.