Инйәр
+28 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Февраля 2020, 08:05
“Афғанстан — беҙҙең хәтер һәм һыҙланыу”
Йыл һайын 15 февралдә илебеҙҙә Хәрби – интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә.
Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында, районыбыҙҙағы коррекция – үҫтереү бүлегендә “Афғанстан — беҙҙең хәтер һәм һыҙланыу” тигән исем аҫтында батырлыҡ дәресе уҙҙы.
Сараға ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Илдар Әхмәтйәнов саҡырылды. Ҡунағыбыҙ ҙур ҡаһарманлыҡ талап иткән һәм афәтле һуғышҡа бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әңгәмә барышында Илдар Әхәт улы балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Уның һөйләгәндәре видео-презентация ярҙамында тулыландырылды.
Дәрес аҙағында тәрбиәләнеүселәр һалдат бурысын намыҫлы үтәгән яҡташыбыҙға ихлас рәхмәттәрен белдерҙе. Афғанстанда һәләк булған хәрбиҙәребеҙ хаҡында иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Евгения Мерзлякова,
коррекция-үҫтереү эше бүлеге мөдире.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур