Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Февраль 2020, 17:35

Ирекмәндәр ярҙамы

Уҙған йылдың октябрь уртаһынан Башҡортостан халҡы бөтә ил менән бергә һанлы телевидениеға күсте.

Уҙған йылдың октябрь уртаһынан Башҡортостан халҡы бөтә ил менән бергә һанлы телевидениеға күсте. Илдең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Константин Носков белдереүенсә, республикала күсеш “проблемаһыҙ һәм ҡатмарлыҡтарһыҙ булды”. Быға “Һанлы ирекмәндәр”ҙең эшмәкәрлеге лә үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Башҡортостан уларҙың иҫәбе буйынса алдынғылар рәтенә инде. Халыҡҡа һанлы телевидениены көйләүҙә дүрт мең самаһы кеше ярҙам күрһәтте. Улар – уҡыусылар, студенттар, йәштәр һәм пенсионерҙар.
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында республиканың төрлө район-ҡалаларынан иң яҡшы ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Улар исемелегенә яҡташыбыҙ Альберт Рәхимов менән Анатолий Курков инде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов тәбрикләне.
– Беҙҙең алда бик ҙур бурыс тора ине. Уны күмәкләп уңышлы атҡарып сыға алдыҡ. Һәм ошо команданы ирекмәндәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ярҙамығыҙ, эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт,- тине Борис Николаевич.
Ирекмәндәр өсөн Телеүҙәк буйлап экскурсия ойошторолдо, “Родина” кинотеатрында “Һеңлекәш” нәфис фильмы тәҡдим ителде, шулай уҡ тантаналы рәүештә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: