Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Февраль 2020, 16:47

Бесәнең етһә — малың көр булыр

мал ҡышлатыу осоро ойошҡан бараШакир ауылында йәшәүсе Ринат Ниғәмәтйәновтың хужалығында мал ҡышлатыу миҙгеле йылдағыса яҡшы кимәлдә үтеп бара. Йәй буйы әҙерләнгән 150 тонна сифатлы бесән, 200 т сенаж, фураж һәм башҡа ҡатнаш аҙыҡтар һауын һыйырҙарын, үгеҙ-таналарын имен ҡышлатыуға һәм уларҙан яҡшы продукция алырға мөмкинлек бирә.

Әлеге мәлдә ғаилә фермаһында барлығы 70-ләп эре мөгөҙлө мал, шуларҙың 24-е — һауын һыйырҙары. Малсылыҡ комплексы даими рәүештә йәш таналар менән тулыланып тора. Бөгөн бөйрәкәйҙәрҙең күбеһе быҙаулаған. Улар үрсем менән тәүге мәлдәрҙә бергә аҫрала, һуңынан айырып тотола. Артабан ай ярымлыҡ, ике айлыҡ безәүкәйҙәр яһалма һөт эсереүгә, ҡатнаш аҙыҡтан бутҡа бешереп ашатыуға күсерелә.
Аҙыҡтың бай рационлы, туҡлыҡлы булыуы һөт етештереүҙе арттырыуҙа әһәмиәтле. Уртаса көндәлек һауым кимәле әлегә 100 литр тәшкил итә. Ошо арала һөт продукцияһын тапшырыу миҙгеле башланасаҡ.
Йүнсел ир-уҙаман мал тәрбиәләү менән йәнәшә техникаларын да йүнәтә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек алып бара.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: