Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Февраль 2020, 12:25

Таныштыҡ, аралаштыҡ Торатау Конгресс-Холында “Өйҙә” студенттар форумы үтте

Үткән аҙнала Торатау Конгресс-Холында “Өйҙә” исеме аҫтында Башҡортостандан ситтә белем алыусы студенттарҙың форумы уҙҙы.

Миңә лә унда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беҙҙең райондан да байтаҡ студенттар булырға тейеш ине, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында улар килә алманы.
Әлеге мәлдә Мәскәү ҡалаһында Н.Э.Бауман исемендәге университетта “Мехатроника һәм робототехника” йүнәлеше буйынса икенсе йыл уҡыйым. Республикабыҙ студенттарға ниндәй өмөт бағлауын белеү, башҡа юғары уҡыу йорттарында белем алыусы яҡташтарыбыҙ менән танышыу теләге менән яндым.
Форумдың программаһы бик бай ине: көн дауамында һөнәри оҫталарҙың, спикерҙарҙың сығыштарын тыңланыҡ, проекттарҙа ҡатнаштыҡ, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге менән аралаштыҡ.
Конгресс-Холда иҡтисадтың төрлө өлкәләренә ҡағылған (мәғариф өлкәһенән башлап, һанлы сәнәғәт һәм энергетикаға ҡәҙәр) тиҫтәнән ашыу майҙансыҡ эшләне. Мин бер юлы бер нисә майҙансыҡта ҡатнашырға өлгөрҙөм. Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары И.Г.Мироновтан, Халыҡ-ара консалтинг селтәренең вице-президенты И.Ю.Байморатовтан һөнәри үҫеш нөктәләренә арналған файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым.
Интерактив майҙансыҡтарҙан һуң БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары А.Г.Назаров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе А.Г.Сидякин, Хөкүмәтебеҙҙең башҡа вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙҙы. Андрей Геннадьевич һәм Александр Геннадьевич үҙҙәренең тормошо, ни өсөн Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүҙәре хаҡында һөйләне һәм һуңынан студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Беҙҙе тыуған республикабыҙҙа көтөүҙәрен, артабанғы үҫешебеҙгә мөмкинлектәр тыуҙырырға әҙер булыуҙарын аңланыҡ.
Форумдың программаһы бының менән генә сикләнмәне. Мауыҡтырғыс әңгәмәнән һуң, Башҡортостаныбыҙҙың элеккеһенә һәм хәҙергеһе тураһында факттарға бәйле конкурста ҡатнаштыҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер-береһен бөтөнләй белмәгән студенттарҙан команда тупланды һәм бер нисә минуттан улар күптән таныш булғандай эҙмә-эҙлекле эшләй башланы. Сәғәт ярым ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә: эмблемаларҙы, йырҙарҙы, райондарҙы һәм риүәйәттәрҙе таныу буйынса отҡорлоҡта көс һынашыу барыбыҙға ла бик оҡшаны. Сара аҙағында иҫтәлекле бүләктәргә эйә булдыҡ.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем: беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан форум бик юғары кимәлдә уҙҙы. Һәр ҡайһыбыҙ мәшһүр кешеләр менән таныштыҡ, файҙалы мәғлүмәт тупланыҡ, шулай уҡ Башҡортостан студенттары Ассоциацияһы барлығы тураһында белдек. Архангел районы башлығы И.Әминев менән уның урынбаҫары Ф.Хәсәнованың ваҡытлы хәбәр итеүе, студенттар менән тығыҙ бәйләнеш тотоуы һәм форумға барыуҙы ойоштороуы арҡаһында ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхетенә өлгәштек.
Читайте нас: