Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Февраль 2020, 15:38

Һүнгәс тә һин балҡып янһаң ине…

Күптән түгел ғүмер буйы Зәйет ауылында йәшәгән Филүзә апай ваҡытһыҙ мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы. Уны юғалтыу ҡайғыһы хөрмәтле кешебеҙҙең ғаиләһен, яҡындарын ғына түгел, ә илебеҙҙең меңәрләгән кешеһен дә тетрәндерҙе.

Илаһи, тылсымлы көс менән кешеләрҙе дауалаған ил инәһенә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәр ниндәй генә мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итмәне. Кемдер ауырыуына шифаһы тейеренә өмөтләнеп, йөҙәр саҡрым араларҙы үтеп, артабан йәшәргә дәрт алды, бәғзеләре бөтөнләй һауығып ҡайтты. Тәмәке тартып, хәрәм эсемлек ҡулланғандар апай менән ихлас әңгәмәләшкәндән һуң, үҙҙәрендә насар ҡылыҡтарынан арынырға ихтияр көсөн тапты, балаға уҙа алмаған ҡатындар күптән көткән әсә бәхетен татыны.
Миңә лә Филүзә апай менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Күңелем болоҡһоған, ауыр ваҡыттарҙа ул иртәгәһе көнгә ышаныс, күңелгә дауа бирҙе. Юғары белеме булмаһа ла илебеҙҙең бөгөнгө хәлен яҡшы аңлаған ағинәй республика, район яңылыҡтары, иҡтисади, сәйәси мәсьәләләре тураһында төплө уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ине. Тыуған районыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге өсөн һәр саҡ борсолоп торҙо. Тормоштоң ипкә килеүенә, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата асыҡ, мыһырбанлы булыуына, районыбыҙҙың үҫешенә ышанды.
Филүзә апай ысын мәғәнәһендә халыҡ табибы булды. Яҡын тирәләге халыҡтан тыш, ул Рәсәй Федерацияһының етди сәйәсмәндәрен дә, сит ил делегацияларын да ҡабул итте. Кемде дауалауына ҡарамаҫтан, оло йөрәкле ханым күңел йылыһын һәр кемгә тигеҙ өләште. Тәнгә лә, йәнгә лә сихәт биргәне өсөн уға барыһы ла ысын күңелдән хөрмәт күрһәтте, яратты.
Изге күңелле, ҡәҙерле кешебеҙҙе беҙ һәр саҡ йөрәк түребеҙҙә йөрөтөргә тейешбеҙ. Уның ҡылған яҡшылыҡтарын, ауыр мәлдәрҙә беҙҙең менән булып, ярҙам ҡулы һуҙғанын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Филүзә апай кеүек кешеләр үлмәйҙәр, улар балалары, ейәндәре, уға мөрәжәғәт иткән һәр әҙәм балаһының хәтерендә йәшәйәсәк. Ул тыуған еребеҙ күгендә кешеләргә дөрөҫ юл күрһәткән яҡты йондоҙ кеүек һәр саҡ балҡып,янып торасаҡ.
Ғарифулла Яппаров.
Читайте нас: