Архангел районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы тарафынан тәрбиәгә алған балоаға ҡаты мөғәмәләлә булған ҡатынға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылды.
Суд ултырышы барышында асыҡланыуынса, бәләкәс баланы ҡарауға алған әсә булараҡ, ғәйепләнеүсе РФ Ғаилә кодексы талаптарын боҙоп, оҙайлы ваҡыт үҙенең ата-әсә бурысын үтәмәй, уға ҡарата ҡаты мөғәмәләлә була, йәшәү өсөн тейешле шарттар менән тәьмин итмәй.