Туған телебеҙ — башҡорт теле ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Ата-бабаларыбыҙҙан аманат итеп ҡалған хазинабыҙҙы һаҡлар, артабан үҫтереү маҡсатынан 2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.
Ошо уңайҙан районыбыҙҙа күп саралар үткәреү планлаштырылған. Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда Башҡорт теле йылын рәсми асыу, старт биреү тантанаһы уҙҙы.
Мәҙәниәт йорто фойеһында килгән ҡунаҡтар өсөн киң йөкмәткеле, сағыу күргәҙмәләр ойошторолдо. Унда район оҫталарының ҡул эштәре, урындағы ерлеккә генә хас милли кейемдәр, биҙәүестәр, тарих, арҙаҡлы шәхестәр һәм уларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу мөмкинлеге булды. Ғөмүмән, ул кис һәр ерҙән башҡорт рухы бөркөлөп, моңо яңғырап торҙо.
Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев байрамға йыйылыусыларҙы башҡорт телендә тәбрикләп сараны асып ебәрҙе һәм Башҡорт теле йылына старт иғлан итте. Ул үҙ сығышында телебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, йәш быуында туған телгә ҡарата хөрмәт тәрбиәләргә саҡырҙы. Илһөйәрлектең нигеҙе ғаиләлә башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Телде ҡәҙерләргә, уның тормош сығанығы булып тороуына айырыуса баҫым яһаны.
Артабан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театры артистары тамашасыларға Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” драмаһын тәҡдим итте. Был сәхнә әҫәрендә беҙҙең яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлиндың төп ролде башҡарыуы сәхнә күренешенә мәртәбә өҫтәне. Архангелдәр һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.
Тамаша һуңында Илшат Нәжмитдин улы сәхнә оҫталарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Рауил Әхтәрйән улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотланы һәм уға муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
Ошондай йәнле осрашыу хәтирәләре һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр һәм башҡорт рухлы райондаштарыбыҙҙы ҡанатландырып торор.