Инйәр
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
6 Февраля 2020, 09:07
Бассейн асылды
февралдә Өфө ҡалаһының Калинин районына ҡараған Инорстағы Төхфәт Йәнәби бульварында бассейнды асыу тантанаһы
“Башҡортостан гәзите” мәғлүмәте буйынса, 5 февралдә Өфө ҡалаһының Калинин районына ҡараған Инорстағы Төхфәт Йәнәби бульварында бассейнды асыу тантанаһында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровтың хәбәр итеүенсә, киләһе өс-дүрт йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тағы 16 бассейн төҙөү планлаштырыла.
– Республикала йәшәүселәр спорт менән шөғөлләнһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Уникаль спорт һарайҙары һәм башҡа объекттар төҙөйәсәкбеҙ. Улар Башҡортостанда йәшәүселәргә Олимпия чемпиондары булырға, спортта лидерға әйләнергә, төбәгебеҙҙең абруйын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, – тине беренсе вице-премьер.
Объекттың майҙаны – 3000 квадрат метр. Бассейн заманса таҙартыу ҡоролмалары, душ бүлмәләре һәм башҡалар менән тәьмин ителгән. Ул уҡыу-күнекмәләр дәрестәре, балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү һәм төбәк кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Был башланғыс ике ҙур проект һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты булһа, икенсеһе – “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты. Һөҙөмтәлә республикала 2024 йылға тиклем ҡалаларҙы һәм райондарҙы бассейндар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Бөгөн ошо эштең тәүге һөҙөмтәһе булараҡ Өфөнөң Калинин районына ҡараған бассейн асылды ла инде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"