Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2020, 16:14

Заман афәтенән арынайыҡ

“Автомобилдәр йөрөшө” акцияһы ойошторолдо.

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәш, ошо юҫыҡта төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү йәһәтенән районда “Автомобилдәр йөрөшө” акцияһы ойошторолдо. Сарала район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, “Зифа” мәсетенең имам-мөхтәсибе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов, райондың имамдары ситтә ҡалманы.
“Зифа” мәсетендә йыйылып, акцияла ҡатнашыусылар район үҙәгендәге 1-се Архангел мәктәбе, артабан Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы уҡыусылары менән осрашып әңгәмә ҡорҙо. Фәйез Фәтих улы йәштәр менән “Айыҡ ауыл”, эскелектең кире яҡтары, сәләмәт тормош рәүешенең ыңғай яҡтары хаҡында һөйләп уҙҙы. Артабан Аҙау ауылының имамы Хәлил хәҙрәт Садиҡов гимнастик күнекмәләрҙең мөһимлеге тураһында таныштырып, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, көндәлек эшләй торған күнекмәләрен күрһәтте. Һуңынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Ф.Р.Хәсәнов физик көс талап иткән гер спорты буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
“Автомобилдәр йөрөшө”нөң сираттағы туҡталышы Убалар ауылында булды. Дин әһелдәре, шулай уҡ ауыл халҡы “Ихлас” мәсетенә йыйылып “Айыҡ ауыл” проекты, Башҡортостанда “Башҡорт теле йылы”, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, спорт сараларын үткәреү, “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң эшмәкәрлеге, районда “Аҡһаҡалдар ҡоро”н ойоштороу, балаларҙы дингә ылыҡтырыу кеүек мәсьәләләр хәл ителде.
Читайте нас: