Машинаңа матур номер ҡуйып йөрөгөң киләме? Түлә! Эйе, элек матур номер алыу өсөн йә осраҡлы уңыш, йә “блат” кәрәк ине. Хәҙер иһә уны рәсми рәүештә һатып алырға мөмкин.
Быны аукцион аша эшләп буласаҡ. Яңы ҡағиҙәләр 2021 йылдан ғәмәлгә инә. Был ваҡытҡаса уларҙы Һалым кодексына индерәсәктәр.
Яуаплы структуралар үҙ ҡарамағында хаҡтарҙы күтәрә йәки кәметә аласаҡ.
Матур номер һатыу буйынса аукциондар электрон майҙандарҙа үтәсәк. План буйынса, һәр номер өсөн сауҙалашыу 30 көн дауам итәсәк. Ставканы теләгән һәр кеше эшләй ала, тик биш тапҡырҙан күберәк түгел. Алынған сумманың яртыһын төбәк бюджетына бирәсәктәр.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы 2020 йылдың 1 июненә операторҙарға талаптар әҙерләйәсәк. Йыл аҙағына тиклем сауҙа ойоштороу ҡағиҙәләре әҙер булырға тейеш.
Хаҡтарға килгәндә, улар биш мең һумдан 600 мең һумға тиклем. Тик ҡағиҙә буйынса, төбәк уны 10 тапҡырға арттыра ала. Тимәк, ҡайһы берҙәре 6 миллион һумға тиклем етеүе лә ихтимал. Кем машинанан ҡиммәтерәк хаҡҡа номер алыр икән? Ҡыҙыҡ...