"Башҡортостан гәзите" мәғлүмәте буйынса, быйылғы йыл башынан «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башланды. Программала – һигеҙ йүнәлеш, Башҡортостанда шуларҙың етәүһе өсөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү нигеҙендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиард һумы – федераль бюджеттан.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттә күптән түгел уҙған оператив кәңәшмәләге сығышында: “2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнаныҡы”, – тип билдәләгәйне. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды.
Бер йылда дөйөм оҙонлоғо 32,3 саҡрымлыҡ һигеҙ газ менән тәьмин итеү объекты, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты (66,9 саҡрым), дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты (Әбйәлил, Ҡалтасы, Ишембай, Асҡын райондарында) төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды, халыҡтың урындағы башланғыстарына булышлыҡ итеү буйынса өс проект (күп функциялы спорт майҙансыҡтары) бойомға ашырылды.
Илеш районының Ҡарабаш ауылындағы «Юбилей» биҫтәһендә комплекслы төҙөлөш проектын ғәмәлгә ашырыу тамамланды. 2020 йылда Башҡортостан хөкүмәте ауыл биләмәләрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күләмен 1 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡалырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Милли проекттарҙы, грант программаларын һәм “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын тормошҡа ашырыу барышында ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Быйыл уларҙы финанслау элекке кимәлдә һаҡлана, — тип билдәләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмас Ғәлимов.
Дөйөм алғанда, 2019 йылда республикала 108 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, 129 фермер хужалығы ойошторолдо. Уларҙың ярҙамы менән ауылда 620 эш урыны булдырылған. Бынан тыш, республиканың 33 фермер хужалығы һәм кооперативы техникаһын яңыртты, ҡорамалдар һатып алынған.
Башҡортостан 2018-2019 йылдарҙа ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса төбәктәр рейтингында беренсе урынды биләй. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙә булдырылған яңы кооперативтарҙың 16 проценты — Башҡортостан берләшмәләре.