Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2020, 16:37

Беҙҙә лә бассейн буласаҡ!

Республикалағы бөтә район үҙәктәрендә лә бассейн булыуы күҙаллана.

Республикалағы бөтә район үҙәктәрендә лә бассейн булыуы күҙаллана. 2024 йылға тиклем йыл һайын ике-өс бассейн төҙөләсәк. Был башланғыс ике ҙур проект һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты булһа, икенсеһе – “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты.
16 районда һәм ҡалала бындай сәләмәтлек үҙәге юҡ. Былтыр уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров физкультура-спорт комплекстарын төҙөү программаһын эшләргә ҡушҡайны. 2020 йыл башынан был программа тормошҡа ашырыла башланы. Ошондай тәүге спорт комплекстары Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөләсәк. Быйыл яҙ ошо йәһәттән эштәр башланасаҡ. Дыуан районындағы ошондай объект эргәһендә боҙ майҙансығы ла хасил буласаҡ. Һөҙөмтәлә ул ошо юҫыҡтағы иң ҙур объекттарҙың береһенә әйләнәсәк. Әле Архангел, Дыуан райондарында һәм баш ҡалалағы Шакшала физкультура-сәләмәтләндереү үҙәктәре проекттары эшләнелә.
Читайте нас: