Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2020, 17:35

Баш ҡалала Совет майҙаны ниндәй була?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау проектының һүрәтләнешен күрһәтте.

«Башинформ» мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау проектының һүрәтләнешен күрһәтте.
«Барыһына ла билдәле һәм барыбыҙ ҙа яратҡан Совет майҙаны ғәҙәти парковка булырға тейеш түгел. Был – ҡала үҙәге, алыҫ 1942 йылдың мартында ошо урындан Шайморатов дивизияһы атлылары фронтҡа киткән», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Реконструкциялау барышында 2021 йылға эргә-тирәләге биналарҙы тышҡы яҡтан ремонтлау күҙаллана, уртала генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.
Проект буйынса ҡоро йәйәүлеләр фонтаны, бик күп ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ҡаралған.
Тәҡдим ителгән һүрәтләнешкә ярашлы, Совет майҙанынан тыш, тирә-йүндәге биләмәне лә яңыртыу көтә.
Йыл аҙағына майҙан ошо видеояҙмалағы кеүек булырға тейеш тип күҙаллана.
«Бына шул саҡта майҙан яңы төҫтәр менән балҡыр һәм ҡала халҡының тағы бер яратҡан урынына әүерелер», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас в