Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
5 Февраля 2020, 12:32
Балалар пособиелары арттырылды
2020 йылдың 1 февраленән балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеларҙың минималь күләме, шулай уҡ йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды.
«Башинформ» мәғлүмәте буйынса, 2020 йылдың 1 февраленән балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеларҙың минималь күләме, шулай уҡ йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме 3 процентҡа арттырылды.
Хәҙер тәүге баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме – 3882 һум 14 тин; икенсе һәм артабанғы балалар өсөн – 7764 һум 27 тин.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие – 20 704 һум 74 тин.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға түләнгән пособие 776 һум 42 тингә тиклем артты.
Ерләү өсөн пособие ла индексацияланды – 7043 һум 59 тин.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"