Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
5 Февраля 2020, 11:45
“Ауыл уҡытыусыһы” ярҙамға килерме?
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта ауыл уҡытыусыларының етешмәү проблемаһы ҡаралды. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ауылдарға, ҡасабаларға йәки халҡы 50 меңгә тиклемге ҡалаларға эшкә килеүсе уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙәре хаҡында һөйләне.
-Бөгөн ауылда башланғыс класс уҡытыусылары, математиктар, химия, биология, сит тел уҡытыусылары етешмәй, - тине министр. - 2020 йылдан эшләйәсәк “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләнеүсе компенсация түләүҙәре биреүҙе күҙ уңында тота. Өҫтәүенә “Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала ауыл уҡытыусылары өсөн гранттар программаһы ла эшләй.
Ошо мөһим саралар һөҙөмтәһендә уҡытыусыларға ҡытлыҡты “йомшартырға” мөмкин булыр, тигән ышаныс бар.
"Башҡортостан гәзите"нән
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур