Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Февраль 2020, 18:49

Һыу - йәшәү сығанағы

Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.

Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Борай һәм Асҡын райондарында һыу менән тәьмин иткән өс объект проектланасаҡ. Туймазы районының ауылдарында ете һыу ҡоролмаһы төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙа тағы 18 объектты әлеге адреслы программаға индереү күҙаллана.
Бынан тыш, “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Таҙа һыу” проектына 19 райондағы 50 ауыл һәм ҡасаба инеүгә өлгәшкән. Әлеге маҡсатта 2024 йылға тиклем 4,25 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл Өфө районының алты ауылында һыу ҡоролмаһы төҙөләсәк, Стәрлетамаҡта тәүлегенә 60 мең кубометр һыу таҙартыу ҡеүәтенә эйә станция төҙөлөшө башланасаҡ.
Һыу менән тәьмин итеү селтәрен яңыртыу эше Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән бер рәттән башҡа ведомстволар тарафынан да алып барыласаҡ, тип билдәләне Борис Беляев. Мәҫәлән, быйыл Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты йүнәлешендәге эштәргә – 511 миллион һум, Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы һыу объекттарына 209 миллион һум аҡса бүленә. Бынан тыш, "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһына ярашлы, Социаль маҡсатлы программалар фонды аша бүленгән аҡсаның 205 миллион һумы нәҡ әлеге йүнәлештәге эштәр өсөн тәғәйенләнә.
Был сараларҙы тормошҡа ашырыу 2024 йылға республика халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү күрһәткесен 92,5 процентҡа (әле – 87,6 процент), ә ҡала халҡына ҡағылышлы күрһәткесте 99 процентҡа еткерергә мөмкинлек бирәсәк.
– Һыу – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе, хатта газға ҡарағанда ла мөһимерәк. Беҙҙә сифатлы һыу менән тәьмин ителмәгән биләмәләр байтаҡ ҡына әле. Шуға күрә федераль үҙәк менән әүҙемерәк эшләргә, мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тип белдерҙе кәңәшмә барышында Радий Хәбиров.
Читайте нас в