Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Февраль 2020, 16:16

“Туған урам”

Башҡортостандың район-ауылдарындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән төбәктә “Туған урам” республика программаһы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостандың район-ауылдарындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән төбәктә “Туған урам” республика программаһы тормошҡа ашырыла. Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта ла һүҙ булды.
Программаға ярашлы, быйыл 113 километр оҙонлоғондағы ауыл урамдары тәртипкә килтереләсәк, бының өсөн дөйөм суммаһы 900 миллионға еткән юл эштәре башҡарыласаҡ.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, шуға ярашлы ауылдарҙың транзит транспорты үткән үҙәк урамдарына асфальт япмаһы йәйелә. Шулай уҡ халҡы мең кешенән ашыуыраҡ тораҡ пункттар ҙа программала ҡатнаша ала. 2024 йылға тиклем төбәктә 564 километр ошондай юлдар ремонтланырға тейеш.
– Былтыр республиканың 58 ауылында юл япмаһы яңыртылды, 95 километр асфальт һалынды. Был пландан 10 процентҡа күберәк. Атап әйткәндә, ошо иҫәпкә 86,6 километр оҙонлоғондағы урындағы һәм 8,5 километр төбәк әһәмәтендәге юлдар инә, — тине Тимур Мөхмәтйәнов.
2020 йылға планлаштырылған 113 километрҙың иһә 70 километры – урындағы юлдар, 43-ө – төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге. Республика Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға “Туған урам” республика программаһына әүҙемерәк ҡушылырға өндәне.
– Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн беҙ аҡса бүләбеҙ, ә юл тирәләй урындарҙы тәртипкә килтереү – урындағы власть ҡарамағында. Иң мөһиме - кешеләр өсөн юл да, торотуар ҙа булһын. “Туған урам” программаһы юлдарҙы асфальтлау ғына түгел, ғөмүмән, урамды тәртипкә килтереүҙе аңлата, – тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: