Инйәр
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Февраль 2020, 16:14

"Рәсәй лидерҙары"

“Рәсәй лидерҙары” конкурсына йәмғеһе 230 мең ғариза бирелгәйне, ярымфиналға тиклем өс меңдән ашыу кеше барып етте.

“Рәсәй лидерҙары” конкурсына йәмғеһе 230 мең ғариза бирелгәйне, ярымфиналға тиклем өс меңдән ашыу кеше барып етте.
Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгородта үткән конкурстың ярымфиналын асыу тантанаһында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров Волга буйы федераль округының сарала ҡатнашырға теләк белдергән кешеләр һаны буйынса алдынғылыҡты яулауы тураһында белдерҙе. Һәр бишенсе ғариза Волга буйынан килгән.
Округтың дүрт төбәге – Һамар өлкәһе, Татарстан, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы ғаризалар күләме буйынса тәүге төбәктәр тиҫтәһенә ингән. Башҡортостандан ярымфиналда – төрлө эшмәкәрлек өлкәләренән 40 кеше. Улар араһында инженерҙар, төҙөүселәр, гуманитарийҙар бар.
Әле Волга буйы федераль округынан суперфиналға сыҡҡан 30 ҡатнашыусының исеме асыҡланды. Шуларҙың етеһе – Татарстандан, алтыһы – Башҡортостандан, дүртеһе – Сыуашстандан, өсөһө – Түбәнге Новгород өлкәһенән, икешәр вәкил – Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Мордва Республикаһынан, берәр кеше – Пермь крайынан, Һарытау, Пенза өлкәләренән һәм Мари Эл Республикаһынан. Башҡортостандан “Рәсәй лидерҙары” конкурсы финалсылары исемлегенә Арсен Әйүпов, Тимур Зәйнуллин, Азат Иҫәнғолов, Рөстәм Кантюков, Рәмил Моталлапов, Николай Поподько инде.
Читайте нас в