Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
31 Января 2020, 07:37
«Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһы асылды
Өфө үҙәгендә — Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһын асыу тантанаһы уҙҙы.
"Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса, Өфө үҙәгендә — Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһын асыу тантанаһы уҙҙы.
Стеланы асыу көнө осраҡлы һайланмаған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем йөҙ көнгә кире иҫәп тап 30 ғинуарҙа башлана. Стеланы асыу тантанаһы ошо бөйөк датаға арналған ҡала сараларына старт бирҙе.
Тантаналы сарала Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы тәрбиәләнеүселәре, кадеттар, курсанттар һәм баш ҡалала йәшәүселәр ҡатнашты.
Унда һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, кадеттарҙың күрһәтмә сығышы ойошторолдо, «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө барабан һуҡты. Сараның хедлайнеры — «Арғымаҡ» төркөмө.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур